top of page

Үҙем тураһында

Тыуған ерем  – алтын бишегем,

Ҡөҙрәткә тиң –Ейәнсурам!

Мул һыулы ла  Өҫкәлегем

Ырыуым- Үҫәргәнем!

 

Тауҙар ҡуйынынан урғылып аға

Көмөш һыулы шишмә-Һыусыҡҡан.

Ошо һыуҙы татып,эсеп үткән

Күпме юлсы,купме талсыҡҡан?!

 

Сал тарихты үҙенә йыйған

Ҡая ла  тауҙар теҙмәһе

Сәхнәләрҙә Рәсүл даны

Моңло ҡурай көйҙәре!

 

 

        Мин, Ҡотошова Гөлсинә Ҡунаҡбай ҡыҙы, халыҡ араһында киң танылыу алған йырсы- ҡурайсылар, ғалим- яҙыусылар,билдәле шәхестәр,оло таланттар тәүге ауаз һалған Өҫкәлек буйында тыуып үҫтем. Халҡымдың бөйөк ҡурайсыһы Рәсүл Ҡарабулатов, йыр- моң донъяһына эйә булыусы Мәғфирә Ғәлиеева, Өҫкәлек буйы ғалимы, тел белгесе Булат Ғафаров,шағир Мәхмүт Һибәт һәм халҡымдың башҡа күренекле ҡыҙ һәм улдары тәүге тәпәй баҫҡан ,кендек  ҡаны тамған ер ул – изге Ейәнсура ере, Өҫкәлек буйҙары. Бәләкәй сағымдан уҡ ошо яҡташтарымдың ижадына һоҡланып, улар менән ғорурланып үҫтем мин...

   Үҙем ябай ауыл ғаиләһендә, милләтемдең йолалары,ғөрөф – ғәҙәттәре өҫтөнлөк иткән ҙур татыу  ғаиләлә атай-әсәй, ағай-апайҙар тәрбиәһе аҫтында үҫтем.Атайым-Атнағолов Ҡунаҡбай Моратша улы ауылдың ихтирамлы кешеләренең береһе булды, ғүмере буйына алдынғы шоферҙар рәтендә йөрөнө. Әсәйем Шәүрә Уйылдан ҡыҙы колхоздың төрлө эштәрен башҡарҙы. Ғаиләбеҙҙә уҡытыусы  һөнәренә эйә булыусылар бик һирәк.Әммә  минең күңелемә бала саҡтан изге һөнәр орлоҡтарын сәсеүсе  ата- әсәйемдең,уҡытыусыларымдың өлөшө ҙур. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненә һөйөү Миңлегөл Хәсән ҡыҙы Ғафарова,Фирҙәүес Рәшит ҡыҙы Исмәғилева  аша килде тип әйтһәм һис тә яңылышмаҫмын.        Милләтемдең ҡыҙы булараҡ  тарих,тел һәм әҙәбиәт өлкәһен тәрәндән өйрәнеү теләге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына алып килде.

Бөгөнгө көндә тыуған ауылыма, халҡыма хеҙмәт итеүсе,башҡорт  халҡының тарихын ,мәҙәниәтен киләһе быуынға еткереүҙе төп маҡсат итеп алған ауыл ерлегендә йәшәүсе уҡытыусы мин.  Бер ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеүемә сикһеҙ бәхетлемен.Янымда донъя мәшәҡәттәрен бүлешкән, терәк булып кәңәш биреүсе  яҡындарым, ярҙам ҡулы һуҙған дуҫтарым, хеҙмәттәштәрем булыуына ифрат та рәхмәтлемен.

bottom of page