top of page
Философик ҡараш

Быуат менән уҡытыусы.

Күҙгә – күҙ ҡарашып...

(философик эссе)

Егерме беренсе быуат... Кешелек был заманды аңдың, выждандың, намыҫтың һәм әхлаҡтың иң юғары осоро булыр тип көттө. Әҙәми зат камиллыҡтың, гуманлылыҡтың үрҙәренә артылыр тип өмөтләнде. “Үҙе гонаһҡа батҡан, үҙе сауаплы” үткән быуат башынан аҙағынаса ҡанлы түңкәрелештәр, сыуалыштар, фажиғәләр һәм һуғыш менән үтте. Тимәк, яңыһы тыныслыҡ, дуҫлыҡ, туғанлыҡ әләме аҫтында булыр кеүек ине. Кеүек ине... Әммә донъяла йәнә дары еҫе аңҡый, илдәр ҡанһырай, төрлө ҡитғаларҙа әсәләрҙең һәм балаларҙың күҙ йәше аға. Рәсәйҙә әле тыныс та ул, Аллаға шөкөр. Әммә бында ла үҙәк телеканалдар яңылыҡтар сығарылышы һайын үлем коды ташый, көсләү, урлашыу, мутлашыу хаҡында мәғлүмәт хәбәр итә. “Зәңгәр экран” көнө-төнө “уңышлы бул!” тип сафсата һата. Шул уҡ ваҡытта бер кемдең дә “кеше бул!” тигәне ишетелмәй. Бөйөк Британияның танылған төркөмө “Битлз”дың етәксеһе Джон Леннондың хәтирәһе иҫкә төшә. “Ҙурайғас, кем булырға теләйһең?” - тип һорағандар унан мәктәптә. “Бәхетле булырға”, – тип яуаплаған ул. “Һин һорауҙы аңламаның”, - тигән уҡытыусы. “Ә һеҙ тормошто аңламайһығыҙ”, – тип һүҙҙе өҙгән буласаҡ рок-музыкант.  

bottom of page