top of page

Эссе

Бына тағын да йәшәйештең бер көнө тыуҙы. Тәбиғәт миҙгелдәренең иң гүзәл осороноң береһе - алтын көҙ. Иртәнге өй мәшәҡәттәренән  айырылып  эшкә ашығам. Бына нисәнсе йыл ошо һуҡмаҡ мине  тыуған мәктәбемә  оҙата.Ҡаршыма осраған ауылдаштарыма иртәнге сәләмде бирәм, сәләмәтлектәрен һорашам.Ауылым  ағинәйҙәре, йор һүҙле аҡһаҡалдары ихлас йылмайыу менән миңә хәйерле юлдар теләп, фатихалары менән оҙаталар.Ауыл мөхите. Ниндәй эскерһеҙ күренеш! Һәммәһе лә  кескәй балалар ҙа, оло йәштәгеләр барыһы ла иҫәнләшә, саф изге теләктәр менән хушлаша.

Билдәле булыуынса һәр кем тормошта үҙ урынын эҙләй һәм һайлаған ғүмер юлы өсөн тик үҙе яуаплы. Мин уҡытыусы һөнәрен һайланым Мин ғорурланам, сикһеҙҡыуанамошо мөхиттә тәрбиәләнеп иң изге һөнәр эйәһе булғаныма!

 Уҡытыусы – иң яуаплы, иң ҡатмарлы, иң кәрәкле һөнәр. Был юлды һайлаған һәр кеше үҙе өсөн генә түгел, ә хеҙмәтенең емеше – уҡыусыларының киләсәге өсөн дә яуаплы. Шуның өсөн уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше тәрбиәле лә, ғилемле лә булырға тейеш. Сөнки ул балаға белем генә биреп ҡалмай, ул уны үҙенең әңгәмә ҡороу оҫталығы, тышҡы йөҙө, үҙен тотоуы, яғымлылығы, күңел таҙалығы менән дә тәрбиәләй. Уҡытыусы һәр яҡтан балаларға өлгө булырға тейеш.

Бала - таҙа ҡағыҙ бите, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ата-әсә, уҡытыусылар шул ҡағыҙҙы нисек яҙып тултыра, баланың яҙмышы шулай яҙыла.

Уҡытыусы - балалар  күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә,һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул!

Эйе, уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата һөйөү миндә кескәй саҡтан тәрбиәләнде. Был тәңгәлдә инде мине уратып алған мөхитттең, туғандарымдың, уҡытыусыларымдың һәм, әлбиттә, атай - әсәйемдең роле һанап бөткөһөҙ булды. Башҡорт халыҡ ижадын, туған телемде, әҙәбиәт донъяһын өйрәнеү теләге, урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә алып килде. Б.Б.Ғафаров, Д.С.Тикеев,И.С.Вәлитов,Ғ.Ғ.Ҡаһарманов,Х.Ғ.Йосоповһ.б.талантлы уҡытыусылар ҡулында һөнәр үрҙәрен яуланым.

Юғары белем алып, ауылға ҡайтып, ең һыҙғанып эшкә керештем. Бына егерме бер йыл инде белемле лә, йырлы-моңло ла, телле лә, әҙәпле-иманлы ла, йәне-тәне менән сәләмәт тә булған халҡым, уның шишмәләй саф теле һәм бай мираҫлы тарихы,әҙәбиәте тураһында һөйләйем балаларыма. Тарих, уның бөйөк ҡаһармандары, сәсәндәре һәм аҡһаҡалдары менән кеселекле әңгәмә ҡора белергә, ҡурай моңона, халыҡ йырҙарына иғтибарҙарын йәлеп итергә тырышам. Ә бының өсөн ата-бабаларыбыҙҙың холоҡ-фиғелен, үҙ-үҙен тотошон, уй-кисерештәрен аңлай белеү кәрәк. Өләсәйемдән һәм уҡытыусыларымдан алған һабаҡтарҙы ҡулланып, балаларҙы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирергә тырышамын. Сөнки башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәре халҡы алдында бик яуаплы һөнәр икәненә ныҡлап төшөндөм дә инде. Ул балаларҙы дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәтеү менән бергә уларҙа әҙәп-әхлаҡ, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди байлығына ихтирам тәрбиәләргә тейеш. Шулай уҡ бөгөнгө көндөң афәттәре – моңһоҙлоҡ, вайымһыҙлыҡтан баланы йолоп алып ҡалыу бурысы ла тора киләсәк алдында. Әшәкелек, нәфсе, аҙғынлыҡ кеүек насар сифаттарҙан ҡурсалаусы ла - уҡытыусы. Сөнки улар бөтә күңелһеҙлектең, рухи зәғифлектең юл башы. Ә беҙҙең бурысыбыҙ – ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған рухи донъябыҙҙы – телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, илебеҙҙең киләсәгенә еткереү, ихтирам, иғтибартәрбиәләү.

Мин меңәр йылдарға һуҙылған бай тарихы булған, бер ҡасан да теҙ сүкмәгән, башҡаларға бил бөкмәгән милләтемдең ябай бер вәкилемен. Халҡымдың күп быуаттар буйына туплаған аҡылын, тормош тәжрибәһен, донъяға ҡарашын, матурлыҡты, батырлыҡты тойоу, ғәҙеллекте аңлау ҡеүәһен, кешеләр менән аралашыу, тормошто яйға һалыу ҡанундарын, килер быуынды лайыҡлы итеп тәрбиәләй белеү алымдарын өйрәнеүҙе һәм үҙем белгәндәрҙе башҡаларға еткереүҙе үҙемдең бурысым, тип иҫәпләйем.

Тел ғалимдарының аҡыллы һүҙен, ағинәй – аҡһаҡалдарҙың кәңәштәрен киләсәк быуынға еткереүсе ябай ауыл уҡытыусыһымын мин. Иле, теле, халҡы өсөн яныусы, уларҙы яҡлап-һаҡлап алып ҡала алыусы, һәр яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүгә өлгәшеү – тормош маҡсатым, сөнки киләсәгебеҙ – улар ҡулында.Балаларымды кешелекле, кеселекле, белемле итеп тәрбиәләй алам икән, киләсәгебеҙҙең яҡты, өмөтлө булыуында минең дә өлөшөм буласаҡ. Милләтебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәре, халыҡ педагогикаһын өйрәнеү аша балаларҙың хис-тойғоларын, эске кисерештәрен уятыу, үҙ теленә һөйөү тәрбиәләү – телсе-уҡытыусы эшенең төп йүнәлешелер , тип уйлайым. Башҡортлоҡтоң бәләкәйҙән үк тыңлаған әкиәттәр, уҡыған китаптар, ишеткән йыр-моң, мәҡәл-әйтемдәр, тылсымлы,шифалы һүҙҙәр аша балалар зиһененә яйлап ҡына һалына барыуын төшөндөрөргә тырышам, сөнки милли үҙаңды үҫтереү, баланы уйланырға мәжбүр итеү – эшемдә иң мөһимелер, тип һанайым. Туған телебеҙҙең беҙҙән алда тыуғанын, ул беҙгә Хоҙай тарафынан бирелгән иң матур бүләк икәнен аңлатам уҡыусыларыма. Халҡыбыҙҙың иң сағыу тел байлығын туплаған мәшһүр «Урал батыр» эпосын әллә нисә уҡыусым яттан һөйләй. Милли рух менән һуғарылған кластан тыш сараларҙа ихлас ҡатнашып, уңыштарын күреп, тағы ла нығыраҡ сәмләнгән баланы күрһәм, маҡсатыма ирешкәндәй булам. Уларҙың уңыштары мине тағы ла нығыраҡ дәртләндереп ебәрә, яңы үрҙәргә әйҙәй. Әлеге мәлдә ҡайһы бер уҡыусыларымдың минең юлымды һайлап, башҡорт рухын үҫтереп, эшләп йөрөүҙәре ҡанатландыра, оло бәхеткә илтә.

...Минең уйлауымса, уҡытыусы тәүҙә үҙ фәненә нисек булһа ла ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тойғоһо уятырға тейештер. Ә был инде - иң ҡыйын эш, сөнки маҡсатҡа ирешер өсөн эҙләнергә, яңы үрҙәргә ынтылырға, уҡырға, дәрес менән генә сикләнмәҫкә, төндәрен йоҡламаҫҡа ла кәрәк. Бының өсөн һәр бер уҡыусының күңелен, яйын таба белеү зарур. Туҡтап, юғалып ҡалмаҫҡа, алға ынтылырға, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, үҙ өҫтөңдә эшләргә – уҡытыусы һөнәре ошолай, ҡәҙерле әсәйемдең был һүҙҙәренә йылдар үткән һайын инанам. Ә бала күңеле һәр бер аҙымды, алға китеште һиҙә. Уҡытыусы менән уҡыусы күңеле мәңгегә һиҙелмәҫлек еп менән бәйләнгән. Был юлда инде тырышлыҡ та, талапсанлыҡ та, белемгә ынтылыш та, мөхәббәт тә – бөтә изге тойғолар ҙа бар.

Үткәнебеҙ – ныҡлы тамырыбыҙ, шөкөр, әле ҡоромаған, тик уның ҡеүәтлерәк, һутлыраҡ булыуын, нәҫел ағасыбыҙҙың олондарының гөрләп йәшәреүен күреп, тойоу өсөн, бөтәбеҙ бер булып тупланып, үткәндәребеҙҙе барлап, фәһем-тәжрибә туплап, ҡабат һүнмәҫ өсөн, ҙур хыялдар менән йәшәү кәрәк. Һәр башҡорт үҙенең был ерҙә хужа икәнен аңына һеңдереп, үҙен хужаларса, лайыҡлы тоторға, үҙ хоҡуҡтарын танытырға өйрәнһен ине.  

Уҡытыусы һөнәре бер урында тороуға, билдәле бер ҡалып буйынса эшләүгә ҡоролмаған. Ул һәр ваҡыт эҙләнеүҙә. Әлеге һөнәр эйәһе өсөн тыныс төндәр, үҙ-үҙен ҡайғыртып  ҡына йәшәү – ят нәмә. Уның өсөн иртәгеһе көн менән йәшәү, үҙ уҡыусыларыңдың мөмкинлектәрен һәм һәләттәрен өйрәнеп, киләсәк тормошҡа әҙерләү хас.

Замана талабы буйынса, теләһәң, теләмәһәң дә, фәнгә, телгә һөйөү уятыу өсөн яңы методик алымдар үҙләштерергә тура килә. Әлбиттә, ҡулыңа аҡбур тотоп, таҡта алдына баҫып та ҡыҙыҡлы дәрестәр биреп була. Ләкин донъя үҙгәрә бара һәм балалар мәғлүмәти технологиялар менән бик иртә таныша. Мәктәп йәшендәге бала булған һәр ғаиләлә компьютер бар. Әгәр ҙә, элек уҡыусы өсөн мәғлүмәт сығанағы уҡытыусы һәм дәреслек булһа, бөгөн ул барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуапты интернет селтәре аша ла таба ала. Шуның өсөн заман уҡытыусыһы булыу, уҡыусыларҙы үҙ фәнем менән ҡыҙыҡһындырыу, уларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн, мин дә шул уҡ мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштерергә һәм уларҙы уҡытыу процесында ҡулланырға тырышам һәм үҙемде уҡыусыларымдан бер аҙым алға булырға тейешмен тип уйлайым.

Уҡыусылар алдында абруйың булһын өсөн, хеҙмәттәшлек педагогикаһын ҡулланыу дөрөҫ тип уйлайым. Ошо методика сиктәрендә балаларҙы үҙ тирәмә ойоштороп, ҡыҙыҡһыныуҙары бер ҙә бөтмәҫлек итеп эшләргә тырышам: уларҙы төрлө идеялар менән рухландырам, дәрестәремде тейешле кимәлдә уҙғарыу өсөн бөтә көсөмдө һалам. Шуның өсөн дәрес темаһын аңлатҡанда төрлө алымдар ҡулланам: урта класс уҡыусылары менән традицион дәрестәрҙән тыш, дәрес-КВН, дәрес-осрашыу, дәрес-сәйәхәт, уйын-дәрес, практикум-дәрестәрҙе, ролле уйындар кеүек ижад дәрестәрен отошло тип тапһам, юғары класс уҡыусылары өсөн дәрес-дискуссия, интеграль-дәрес, презентация-дәрестәр, конференция, семинарҙар үткәреүҙе юғары һөҙөмтәгә ирешеүҙең бер юлы тип һанайым. Сөнки замана уҡыусыһына әҙер белемдәрҙе үҙләштереү һәм тейешле күнекмәләр булдырыу ғына етмәй, ә ижади, үҙаллы, яуаплы булырға өйрәтеү бурысы барлыҡҡа килде. Уҡытыу материалының эстәлеген һәр уҡыусының һәләтенә тура килерлек итеп һайларға һәм төҙөргә кәрәк. Дәрестәремдә индивидуаль һәм дифференциаль уҡытыуға иғтибар итәм. Өй эшен уҡыусыларҙың һәләтенә һәм мөмкинселектәренә тура килтереп  бирергә тырышам.

Һәр бер дәрес, уҡыусыға белем биреүҙән тыш, тәрбиә сығанағы ла булырға тейеш. Әҙәпһеҙ кеше, ни тиклем белемле булмаһын, йәмғиәт өсөн өлгө була алмай. Уҡыусыларҙы әҙәпле, шәфҡәтле итеп тәрбиәләү мәсьәләһе тураһында һәр ваҡыт уйланам. Сөнки әхлаҡи тәрбиә, минеңсә, башҡа барлыҡ тәрбиә йүнәлештәренең(аҡыл, аң, хеҙмәт тәрбиәләренең) нигеҙен тәшкил итә.

Был йүнәлештә эшләгәндә әҙәбиәт дәрестәрендә халҡыбыҙҙың мәшһүр белем эйәләре, шәхестәре ижадына таянам. М.Аҡмулланың “Нәсихәттәре”, “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғыры ғына ла хәҙерге заман балаларына тәрбиәле, әҙәпле, белемле булырға кәрәклектең мөһимлеген нисек ябай итеп аңлата ала!

Эйе, бөгөн мин – бәхетле! Тормошта үҙ урынымды таптым, уҡытыу –  һөнәр генә түгел, барлыҡ тормошом да.  Уйлап ҡараһам, бөтөн йәшәүем, ҡыҙыҡһыныуҙарым, аралашыуым – барыһы ла ошо бер юлға барып тоташа. Уйымда тик уҡыусылар, балалар. Ҡайҙа барһам да, ни эшләһәм дә күңелем гел улар менән, уларһыҙ күңелемдә бушлыҡ тоям.

Эйе, үҙемдең һәм ата-әсәйемдең хыялы тормошҡа ашты. Уҡытыусы булып эшләй башлауыма ла арыу уҡ йылдар. Әсәйем, яғымлы ғына итеп йылмайып, төштәремә ингән һайын, уның юлын дауам итеүемә ҡыуанам. Ғәзиз кешемдең оло фатихаһын алғандай булып, тағы ла дәртләнеп яратҡан эшемә тотонам. Уҡыусыларымдың белем кимәле, район һәм республика олимпиадаларында, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе һәм призлы урындар яулауы – ижади хеҙмәтемдең төп һөҙөмтәһе, тип күрәм.Ә һөҙөмтә булғас, балалар күңеленә үтеп инә алғанмындыр, тип уйлайым һәм ышанам...

bottom of page